Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь 2023, 11:30

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

ФАП лицензия алды һәм бөгөн үҙ эшен башланы

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Шаҡша ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова һәм Иглин үҙәк район дауаханаһы баш табибы Радмир Һәүбәнов ҡатнашты.

Был ваҡиға «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проектының «Беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин булды. ФАП лицензия алды һәм бөгөн үҙ эшен башланы.

- Быйыл күп кенә ауыл халҡы күптән көтөлгән объекттары барлыҡҡа килеүенә шатланасаҡ. "Һаулыҡ Һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу ниәтендә поликлиникалар төҙөлә, яңы ҡорамалдар һатып алына. Быларҙың барыһы ла медицина ярҙамының сифатын һәм асыҡлығын яҡшыртыу өсөн эшләнә. Һеҙгә сирҙе иҫкәртеү маҡсатында - диспансерлаштырыу һәм диспансер күҙәтеүе үтергә генә яҙһын. Ауырыуҙы иҫкәртеү өҙлөгөүҙәрҙе дауалауға ҡарағанда күпкә еңелерәк, - тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.

Иглин районы дауаханалары структураһында 43 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Шаҡша ауылындағыһы Камаз урамы, 26-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан. Уны төҙөү элек үҙәк район дауаханаһына тиклем 20 км юл үтергә тура килгән халыҡтың үтенесе буйынса башлана. Яңы ФАП  466 пациентты хеҙмәтләндерәсәк, шуларҙың 104-е-балалар. Пункт мөдире Эльвира Бәҙриева «фельдшер эшендә дарыу препараттарын тәғәйенләү һәм сығарыу тәртибе, һаҡлауҙы, иҫәпкә алыуҙы ойоштороу»  программаһы буйынса белем алған. Был фельдшерҙың ҡабул итеү генә түгел, ә рецепт яҙыу буйынса табип функцияларының бер өлөшөн үҙ өҫтөнә алыуын аңлата.

Тағы бер ФАП Турбаҫлы ауылында Үҙәк урамы, 76-сы йорт адресы буйынса асылды. Ул 450 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуларҙың 64-е -балалар. Пункт мөдире Фәнис Сәфиуллиндың стажы - 22 йыл. Ул шулай уҡ фельдшер эшендә дарыу препараттарын тәғәйенләү Һәм сығарыу тәртибе, һаҡлауҙы, иҫәпкә алыуҙы һәм ебәреүҙе ойоштороу буйынса өҫтәмә белем ала.

Һәр пункт бөтә кәрәкле әйберҙәр менән фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөп тороу урыны, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һаҡлау һәм урып-йыйыу инвентарын һаҡлау йыһазландырылған. Персонал саҡырыу төймәһе һәм инвалидтар өсөн пандустары булған күтәрмә бар.

Фото аҫтағы һылтанманан:

https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/565924/



 

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: