Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Октябрь 2023, 19:00

Хәҙер күршегә йүгермәйҙәр

Республика көнөн ҡаршылау айҡанлы Мәләүез районының Сухаревка ауылында модулле яңы ФАП асылды. 

Хәҙер күршегә йүгермәйҙәр
Хәҙер күршегә йүгермәйҙәр

Салауат медицина колледжын тамамлаған Татьяна Горбунова - ошо ауыл ҡыҙы, өс ай элек кенә эшкә төшкән. Ауылда йәш фельдшер-акушер яңы тыуған сабыйҙан өлкән быуын вәкилдәренә хәтлем барыһын белә. “Сухаревка һәм Дәүләтҡол ауылында 250 кеше йәшәй, шуларҙың 76 -һы – өлкән йәштәге, 1 йәшлек сабый бар. Ошоға тиклем ФАП  бик иҫке, авария хәлендә ине. Яңы бинаның майҙаны йөҙ квадрат метр тирәһе тәшкил итә, бында ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтеү өсөн тейешле шарттарҙың барыһы ла булдырылған”, - ти Татьяна Валерьевна менән Ергән ауылы ФАП мөдире Гөлсөм Зөбәйерова. “Миләш” вокаль ансамбле етәксеһе Хәҙисә Низамова яңы медпункт асылыуға шатлығын йәшермәне. “Кеше мәшәҡәтләп, укол эшләтергә, давление үлсәтергә булһа ла ошоға тиклем медпунктта  эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, Дәүләтҡол ауылында йәшәгән Гөлдәр Әмир ҡыҙы Әминеваның өйөнә йөрөй торғайныҡ”, – ти ул.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән ФАП-ты асыу тантанаһына ике ауыл халҡы, район етәкселеге һәм хөрмәтле ҡунаҡтар килде. “Ауылда йәшәүселәр өсөн был ҙур ваҡиға, - тине Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәм бындай программа булдырғандары, кешеләрҙең сәләмәтлеген ҡайғыртҡаны өсөн республика етәкселегенә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Райондың иң ҙур “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы йәмғиәте етәксеһе Илдус Хәлитов яҡташтарға сәләмәтлек теләне һәм Сухаревка ауылындағы ФАП-ына  кондиционер алып бирергә вәғәҙә итте.

“Ауылда йәшәгәндәр араһында оло йәштәгеләр, ветерандар күп, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ауыл биләмәһе башлығы Татьяна Михайлова. Бындай учреждение бик кәрәк, медицина пунктына тик ауырыуҙарҙы киҫәтеү маҡсатында ғына мөрәжәғәт итергә тура килһен", - тине ул һәм барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләне. Яңы бина менән танышып сыҡҡандан һуң, килгән ҡунаҡтар ФАП тирәләй миләш ағастары ултыртты.

Ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы райондың үҙәк дауаханаһының баш табибы Салауат Өмөтбаевҡа һәм район хакимиәте башлығына бирелде. Салауат Вилсам улы әйтеүенсә, 2025 йылға тиклем Мәләүез районында тағы 12 ФАП барлыҡҡа киләсәк.  

Әйткәндәй, республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәре илдәге иң эреләрҙең береһе һанала. Әгәр 2010 йылдан 2018 йылға тиклем бөтәһе 53 ФАП һәм ауыл амбулаторияһы төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған булһа, 2019 йылдан 333 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ауыл амбулаторияһын индерелгән. Республика халҡының дүрттән бер өлөшөнән ашыуы Өфөлә йәшәүен иҫәпкә алып, баш ҡала һаулыҡ һаҡлауын яңыртыу буйынса хәҙерге заман тарихында тәүге программаны тормошҡа ашырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Төп бурысы – уның матди-техник базаһын планлы нығытыу. 2024 йылда был маҡсаттарға – 500 миллион һум, ә 2025 йылдан башлап йыл һайын 1,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк. 432 берәмек санитар автотранспорт һәм 11 күсмә медицина комплексы килтерелгән. Быға тиклем, 2010 йылдан 2018 йылға тиклем, санитар автотранспортты үҙәкләштерелгән һатып алыуҙар тормошҡа ашырылмай. Быйыл 25 меңдән кәмерәк кеше беркетелгән медицина ойошмаларына эшкә килгән участка табиптарына яңы ярҙам сараһы индерелде. Һәр табип 3 миллион һум күләмендә түләү аласаҡ. Был маҡсатҡа республика бюджетында тағы 150 миллион һум ҡаралған.

Хәҙер күршегә йүгермәйҙәр
Хәҙер күршегә йүгермәйҙәр
Хәҙер күршегә йүгермәйҙәр
Хәҙер күршегә йүгермәйҙәр
Хәҙер күршегә йүгермәйҙәр
Хәҙер күршегә йүгермәйҙәр
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: