Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Октябрь 2023, 15:30

“Беҙ уны көтөп алдыҡ”

Эндоскопик тикшеренеүҙәр - ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәрен диагностикалауҙа иң ышаныслы ысул.

“Беҙ уны көтөп алдыҡ”
“Беҙ уны көтөп алдыҡ”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Раевка үҙәк район дауаханаһына яңы видеоэндоскопия системаһы алынды.

Бөгөн эндоскопик тикшеренеүҙәр ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәрен диагностикалауҙа иң ышаныслы ысул булып тора. Уларҙы файҙаланып, ялҡынһыныу процестары усаҡтарын асыҡлауҙан тыш, шештәрҙе һәм шеш алдынан күҙәтелгән үҙгәрештәрҙе иртә стадияла күрергә мөмкин.  

Яңы аппарат ҡеүәтле видеопроцессорҙан, яҡтылыҡ сығанағынан һәм  бик аныҡ медицина мониторынан тора.

– Видеоэндоскопия системаһы беҙҙең дауахана өсөн үтә әһәмиәтле ҡорамал.  Беҙ уның килгәнен көтөп алдыҡ. Аппарат ярҙамында табип онкологик шештәрҙе иртә стадияла асыҡлай ала, – тип белдерҙе дауахананың баш табибы Венер Иҙекәйев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: