Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Октябрь 2023, 09:30

Федоровка ауылында спорт майҙансығы төҙөлдө

Бында йылдың һәр миҙгелендә ярыштар, саралар үткәрергә мөмкин буласаҡ. 

Федоровка ауылында спорт майҙансығы төҙөлдө
Федоровка ауылында спорт майҙансығы төҙөлдө

Федоровка районының административ үҙәгендәге спорт майҙансығы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» (“Жилье и городская среда”) милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» («Формирование комфортной городской среды») федераль проекты буйынса төҙөкләндерелде.

Ул хәүефһеҙ резина менән ҡапланған, температура үҙгәреүенә сыҙамлы, был уны йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ҡулланырға мөмкинлек бирә. Майҙансыҡта ҡойма эшләнгән, тышҡы яҡтыртыу монтажланған. Йәмәғәт киңлеге онлайн тауыш биреү барышында төҙөкләндереү өсөн һайлана. Хәҙер теләгән һәр кем бында үҙ һаулығын нығыта ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов.

Асылғандан һуң яңы спорт майҙансығында үҫмерҙәр араһында футбол буйынса ярыштар үтте. Өҫтәп үтәйек, республикала «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә бөтәһе 123 йәмәғәт майҙаны яңыртылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ" агентлығы. 



Автор:
Читайте нас: