Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ноябрь 2023, 11:30

Дорогино ауылы яңыра

Унда йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килгән

Дорогино ауылы яңыра
Дорогино ауылы яңыра

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Жилье и  городская среда” ) Дорогино ауылында йәмәғәт биләмәһе булдырылған.

Бында ял, мәҙәни, спорт саралары өсөн комплекс ҡоролған. Был урынға асфальтлы тротуар һуҙылған, шунда уҡ автомобилдәр өсөн урын эшләнгән. 0,4 гектар майҙанды биләгән урында уйын ҡорамалдары менән балалар майҙансығы ла булдырылған. Шулай уҡ саф һауа аҫтында спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар менән воркаут - зона ла яһалған.

Олораҡтар өсөн сәхнә менән концерт майҙансығы ла бар. Иркенләп йөрөү өсөн асфальт түшәлгән юлдар ҙа бар. Хоккей майҙансығында әүҙем ял яратҡандар  үҙҙәренең сыҙамлыҡта, етеҙлектә һынай ала. Шулай уҡ йәмәғәт биләмәһенең буйынан-буйына декоратив ҡойма ҡуйылған. Фигуралы яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр ҙә был урынды биҙәй.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡалала уңайлылыҡты хәстәрләй. Милли проект шулай уҡ граждандарҙы үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә йәлеп итеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: Башинформ.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: