Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ноябрь 2023, 10:30

Беҙҙең халыҡ йырһыҙ йәшәй алмай

Баян моңдары аҫтында “Һибелә сәсем”, “Сарман”, "Илкәйем” тигән халыҡ йырҙары башҡарылған.

Беҙҙең халыҡ йырһыҙ йәшәй алмай
Беҙҙең халыҡ йырһыҙ йәшәй алмай

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Саҡмағош районының Ҡарайерек ауыл мәҙәниәт йортонда “Бергә халыҡ йырҙарын йырлайбыҙ” халыҡ йырҙарын башҡарыу кисәһе үтте.

Йыр – кешенең рухи тормошо өлөшө, уның еңел булмаған хеҙмәтендә һәм көндәлек хәстәрҙәрендә терәк. Боронға халыҡ ауыҙ-тел ижады жанры булған йыр кешенең ғүмерендәге бөтә мөһим осорҙарында ла уның менән бергә бара. Халыҡ йырҙарында көнкүреш, йолалар, халыҡ тарихының мөһим ваҡиғалары һәм рухи донъяһы сағыла. Эштә лә, һабанда ла, туй һәм байрамдарҙа – халыҡ һәр ваҡыт үҙенең йырҙары менән бергә булған. Беҙҙең өләсәйҙәр ҙә бик күп йырҙар белгән һәм башҡарған.

Сарала ҡатнашыусылар халыҡ йырҙары тарихы, күп яҡлы йөкмәткеһе, уларҙың төрҙәре тураһында күп мәғлүмәт белде. Баян моңдары аҫтында “Һибелә сәсем”, “Сарман”, "Илкәйем” тигән халыҡ йырҙары башҡарылған.

Ҡатнашыусылар шулай уҡ үҙ осороноң яратҡан йырҙарын да иҫкә төшөрҙө. Залда матур, дуҫтарса мөхит булдырылды, концерт бер тынала үтеп китте һәм һәр кемгә ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.

– Халыҡ йырҙарынан башҡа беҙҙең тормошто күҙ алдына килтереп булмай. Улар менән беҙҙең өләсәйҙәр баҫыуҙа эшләгән, теккән, балаларын әүрәткән, туйҙарҙа йырлаған. Беҙгә мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға ихтирам күрһәтергә кәрәк, халыҡ йырҙарын оноторға ярамай, – тине Ҡарайерәк ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Радик Ғафаров.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: