Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ноябрь 2023, 11:30

Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункты тапшырылды

Яңы бинаға килеүселәр һәм персонал өсөн уңайлы шарттар булдырылған. 

Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункты тапшырылды
Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункты тапшырылды

Башҡортостандың Баҡалы районы Яңы Илек ауылында яңы ФАП  асылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Был «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин булды.

Яңы бинала килеүселәр һәм персонал өсөн уңайлы шарттар булдырылған: фельдшер һәм акушер ҡарау кабинеттары, процедура-прививка кабинеты, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмәләр, шулай уҡ персонал һәм инвентарь һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Яңы ҡорамалдар ярҙамында медицина ярҙамының сифаты һәм уның менән ҡулланыу мөмкинлеге күпкә яҡшырасаҡ. Яңы ФАП Яңы Илек һәм Иҫке Илек ауылдары халҡы беренсел медицина - санитар ярҙам аласаҡ, уларҙың дөйөм һаны - 408 кеше, шул иҫәптән 80 бала. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау федераль проекты 2022 йылдан “Һаулыҡ Һаҡлау“ (“Здравоохранение”) милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - халыҡтың бөтә төркөмдәренең ихтыяждарынан сығып, йәшәү, уҡыу йәки эш урыны янында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункты тапшырылды
Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункты тапшырылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: