Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ноябрь 2023, 14:25

Благовещен районының Языков ауылында яңы ФАП асылды

Яңы бинала 44 йыллыҡ стажлы фельдшер Светлана Черемных ҡабул итә.

Благовещен районының Языков ауылында яңы ФАП асылды
Благовещен районының Языков ауылында яңы ФАП асылды

Благовещен районының Языков ауылында «Һаулыҡ Һаҡлау» (“Здравоохранение”) милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Учреждениела аҙ хәрәкәтсән халыҡ төркөмдәре өсөн кәрәкле шарттар булдырылған. Бина бөтә инженер коммуникацияларына тоташтырылған, видеокүҙәтеү һәм янғын сигнализацияһы ҡуйылған. Шулай уҡ унда пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн иркен һәм яҡты кабинет, процедура, күҙәтеү, санузел һәм медикаменттар һаҡлау өсөн бүлмә бар. Яңы бинала 44 йыллыҡ стажлы фельдшер Светлана Черемных ҡабул итә. "ФАП-ҡа 200 өлкән кеше һәм 38 бала беркетелгән. Ошоға тиклем граждандар медицина ярҙамы алыу өсөн тораҡ пункттан 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Благовещен дауаханаһына мөрәжәғәт иткән. Хәҙер урындағы халыҡ планлы һәм кисектергеһеҙ ярҙам аласаҡ, беренсе этапта диспансеризация, профилактик тикшереү һәм вакцинация үтәсәк», - тип билдәләне Благовещен дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас.

Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау федераль проекты 2022 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” ("Здравоохранение")  милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - халыҡтың бөтә төркөмдәренең ихтыяждарынан сығып, йәшәү, уҡыу йәки эш урыны янында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.



 

Благовещен районының Языков ауылында яңы ФАП асылды
Благовещен районының Языков ауылында яңы ФАП асылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: