Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ноябрь 2023, 17:45

"Елкән" конкурсының финалы һәм гала-концерты үтте

Конкурстың һайлап алыу турына 136 ғариза килде. Конкурс турына 47 музыкант үтте. 

"Елкән" конкурсының финалы һәм гала-концерты үтте
"Елкән" конкурсының финалы һәм гала-концерты үтте

«Башҡортостан» Дәүләт концерт залы сәхнәһендә 12 йәш музыкант легендар дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының легендар милли симфоник оркестры оҙатыуында башҡорт классикаһын уйнаны. Финалсылар фортепиано, тынлы инструменттар, скрипка һәм халыҡ инструменттары номинацияларында сығыш яһаны. Йәш музыканттарҙың финал программаһы өсөн махсус рәүештә яңы әҫәрҙәр яҙылды, башҡорт классикаһы оркестрлаштырылды. Өс конкурстың финалы өсөн балаларға симфоник оркестр менән башҡарыу өсөн утыҙға яҡын оригиналь партитура яҙылды. Азамат Аҙнағолов, Урал Иҙелбаев, Илдар Хисаметдинов, Рим Хәсәнов, Әлфиә Хәбированың яңы әҫәрҙәре яңғыраны. Бөтә турҙарҙа ла балалар рәхәтләнеп Рафаил Ҡасимов, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилев пьесаларын башҡарҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Елкән” телеконкурсы “Милли проекттар” программаһы сиктәрендә Башҡортостан республикаһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы тарафынан ойошторолдо. Быйыл телепроект Рәсәй Президенты иғлан иткән “Педагог һәм остаз” йылына арналды. Конкурстың һайлап алыу турына 136 ғариза килде. Конкурс турына 47 музыкант үтте. Ай дауамында һәр йәкшәмбе кис Башҡортостан “Юлдаш” һәм “Тамыр” каналдары эфирында «Елкән» телеконкурсын бөтә республика ҡараны.   
Жюри составындағы күренекле музыканттар конкурсты баһаланы.

Өсөнсө асыҡ телевизион конкурс һөҙөмтәләре:

"Фортепиано" номинацияһы:

 2-се дәрәжә лауреаты – Асель Мәҡсүтова, 8 йәш. Балалар музыка мәктәбе, Нефтекама ҡалаһы. Финалда Илнур Ғәйнуллиндың «Уйланыу»әҫәрен башҡарҙы.

 2-се дәрәжә лауреаты - Эвелина Кәримова, 12 йәш. Өфө сәнғәт училищеһының практика мәктәбе (колледж Финалда Рафаил Ҡасимовтың «Үҫмерҙәр концерты» н башҡарҙы.    

3-сө дәрәжә лауреаты -  Солтан Ғүмәров, 13 йәш. Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе, Өфө ҡалаһы.  Финалда “Концертино"ны башҡара

"Тынлы инструменттар" номинацияһы:

 1-се дәрәжә лауреаты Даниил Иванов, флейта, 13 йәш. Балалар музыка мәктәбе, Салауат ҡалаһы. Финалда Заһир Исмәғилевтың «Йәштәр сюитаһы»нан «Бейеү» әҫәрен башҡарҙы.

2-се дәрәжә лауреаты Тамерлан Сәлишев, туба, 12 йәш. Урта махсус музыка колледжы, Өфө ҡалаһы. Финалда Илдар Хисаметдиновтың «Балалар концерты»н башҡарҙы.

 3 -сө дәрәжә лауреаты Артем Демидов, флейта, 13 йәш. 8-се балалар музыка мәктәбе, Өфө ҡалаһы. Финалда Илнур Ғәйнуллиндың "Скерцо" һын башҡарҙы.        

"Ҡыллы инструменттар" номинацияһы:       

1-се дәрәжә лауреаты Самира Арыҫланова, скрипка, 12 йәш. Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе, Өфө ҡалаһы. Финалда Урал Иҙелбаевтың «Элегия» әҫәрен башҡарҙы.

2-се дәрәжә лауреаты Антон Сергеев, виолончель, 12 йәш. Урта махсус музыка колледжы, Өфө ҡалаһы. Финалда Илдар Хисаметдиновтың «Ноктюрн» әҫәрен башҡарҙы.

3-сө дәрәжә лауреаты -Данэль Дәүләтбаев, виолончель, 8 йәш. Урта махсус музыка колледжы, Өфө ҡалаһы. Финалда Азамат Аҙнағоловтың «Интродукция» әҫәрен башҡарҙы.

 “Халыҡ музыка ҡоралдары» номинацияһы:

 Гран-при һәм 1-се дәрәжә лауреат исемен Илеш районы балалар сәнғәт мәктәбенән Вадим Төхвәтуллин яуланы. Финалда Мәсәлим Вәлиевтың «Аҡ ҡайын» әҫәрен башҡарҙы.
1 -се дәрәжә лауреат - Алмаз Бикмәтов, ҡурай, 14 йәш. Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бажикаев урта дөйөм белем биреү мәктәбе. Финалда Рөстәм Шәрипов эшкәрткән «Сыңрау торна» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.

2-се дәрәжә лауреат -  Ғаяз Танһыҡҡужин, баян, 12 йәш. Урта махсус музыка колледжы, Өфө ҡалаһы. Финалда Анатолий Кукубаевтың «Тау йыры»әҫәрен башҡарҙы.

 Конкурстың махсус призы Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Әҙилә Әлмөхәмәтоваға, 1-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Даниэла Буслаеваға, 3-сө балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Тимур Ғиззәтуллинға, Салауат ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Руслан Ғәлиевкә тапшырылды.

Фото: mugalimov.ru/disk/prevyu-elken-9rrpkl

 

"Елкән" конкурсының финалы һәм гала-концерты үтте
"Елкән" конкурсының финалы һәм гала-концерты үтте
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: