Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ноябрь 2023, 10:45

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 10 урам ремонтланды

Был урамдарҙа иҫке асфальт яңыһына алмаштырылған, яңы бордюрҙар ҡуйылған, яңыртылған һәм йәмәғәт транспорты өсөн яңы туҡталыштар өҫтәлгән, бер нисә яңы светофор барлыҡҡа килгән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 10 урам ремонтланды
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 10 урам ремонтланды

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса 10 урам ремонтланды. «Быйыл Водолаженко, Көнбайыш, Профсоюз, Элеватор, Хоҙайбирҙин, Техник, Коммунарҙар, Комсомол, Ноғоманов урамдары, автовокзал эргәһендәге ҡулсалы юл сиселеше ремонтланды», - тип һөйләнеләр ҡала хакимиәтендә.

Был урамдарҙа иҫке асфальт яңыһына алмаштырылған, яңы бордюрҙар ҡуйылған, яңыртылған һәм йәмәғәт транспорты өсөн яңы туҡталыштар өҫтәлгән, бер нисә яңы светофор барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта ҡалала тәүге тапҡыр милли проект буйынса асфальтты заманса технологияларҙы ҡулланып һалҡын ресайклинг ысулы менән алмаштырғандар. Был юлдарҙы ремонтлау сығымдарын 30-50 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирә.

«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» (“Безопасные качественные дороги”) милли проекты илдең юлдарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итергә тейеш. Милли проекттың төп маҡсаты - 2030 йылға юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү: 100 мең кешегә 4 кеше тура килергә тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. 

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 10 урам ремонтланды
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 10 урам ремонтланды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: