Ремонтланасаҡ участканың оҙонлоғо 1,4 километрҙан ашыу. Юл 2023 йылда төҙөкләндерелгән Стәрле йылғаһы яры буйынан үтә, ул ҡала халҡының популяр ял итеү урыны. Бормалы юл Михайловский биҫтәһенә алып бара, унда мәктәп, гимназия, шулай уҡ ике балалар шифаханаһы һәм ике балалар баҡсаһы урынлашҡан. Шәфиев урамын ремонтлауҙы июль аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Был - Стәрлетамаҡта «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ремонтланасаҡ иң оҙон объект.
Ағымдағы йылда Стәрлетамаҡта дөйөм оҙонлоғо ете километрҙан ашыу 12 урам участкаһын ремонтлау күҙаллана. «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты Рәсәй Транспорт министрлығы тарафынан «2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында» Владимир Путиндың указы положениеларын үтәү өсөн әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде тиерлек үҙ эсенә ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.