Стәрлетамаҡ ҡалаһының төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” программаһына ярашлы, былтыр йыл аҙағында заманса ангиографик ҡорамал ҡуйылғайны. Ошо ваҡыт эсендә 176 әмәлиәт, 574 тикшереү үткәрелгән, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Ангиографтың эш принцибы түбәндәгесә: аппарат аҙ ҡеүәтле рентген нуры ярҙамында контрастлы матдәләр индерелгән артериялар төҙөлөшөн күрергә ярҙам итә.Ҡорамал пациенттарға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеп, үлем кимәлен кәметә һәм миокард инфаркты осраҡтарында инвалидлыҡтан ҡотҡара.
–Ангиограф йөрәк-ҡан тамырҙары патологияларын ваҡытында диагностикалауҙан тыш, киҫкен миокард инфаркты һәм инсульттарҙа әмәлиәт үткәрергә ярҙам итә. Был пациенттарҙың тормош сифатын яҡшыртырға һәм эшкә һәләтлелеген һаҡларға булыша. Ҡорамал ярҙамында ангиопластика үткәрәбеҙ, артерияларға стент ҡуябыҙ һәм башҡа ҡатмарлы әмәлиәттәр башҡарабыҙ, –тип билдәләне дауахананың баш табибы Илшат Яппаров.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.