12 апрелдә Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы үтте. Улар республиканы үҫтереү мөмкинлектәрен, ғилем, мәғариф мәсьәләләрен, шулай уҡ туризм һәм спорт өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе.
Өфөлә «Фән һәм университеттар» милли проектына ярашлы, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлә.
– Йыл башында Рәсәй Президенты Владимир Путин кампустың беренсе сиратына - IQ паркы эшенә старт бирҙе. Ул эшләй башлау менән, Башҡортостандағы фәнни-белем биреү мөхите ҡеүәтле үҫеш кисерҙе. Киләсәктә кампус Рәсәй һәм дуҫ илдәр ғалимдарын йәлеп итеү урынына, ә уларҙың ғилми эшләнмәләре республика иҡтисадының этәргес көсөнә әйләнер, - тине Дмитрий Чернышенко.
– Был ҙур проект Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашырылды. Беҙ был мөһим объектты төҙөү хоҡуғын алыр өсөн конкурста әүҙем ҡатнаштыҡ. Тәүге һигеҙ кампус иҫәбендә индек һәм федераль ярҙам алдыҡ. Беҙҙең кампус – иң яҡшыларҙың береһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Вице-премьер һәм Башҡортостан етәксеһе һанлы үҫеш, Башҡортостанда спорт һәм физик культура үҫеше мәсьәләләрен дә тикшерҙе.
2024 йылда республикала бик күп әһәмиәтле саралар үткәреү планлаштырылған. Беренсенән, был XX Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы һәм “Рәсәй – спорт дәүләте” халыҡ-ара форумы. Дмитрий Чернышенко сараларҙың юғары кимәлдә ойошторолорона ышаныс белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә лә был осрашыу хаҡында яҙып үтте. “Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Николаевич Чернышенко менән республикала тормошҡа ашырылған алдынғы проекттар буйынса фекер алыштыҡ. Улар арһында иң мөһиме – Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы. IQ-паркта көн һайын 120 ғилми хеҙмәткәр һәм уҡытыусы эшләй. 500-ләгән студент уҡый һәм тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Университет стартап-студияһы һәм йәштәр бизнес-акселераторы эшләй. Алда – икенсе сиратын төҙөү һәм ҙур пландар.
Башҡортостанда спорт һәм физкультура үҫеше мәсьәләләрен дә тикшерҙек. Беҙ күп объект төҙөйбөҙ, шул иҫәптән федераль финанстарҙы йәлеп итеү ярҙамында ла. Күләмле саралар һәм ярыштар үткәрәбеҙ. Дмитрий Николаевичҡа, уның аша ил Хөкүмәтенә республикаға булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт әйтәм”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Сығанаҡтар: glavarb.ru; vk.com/radiyhabirov. Фото - vk.com/radiyhabirov