Бөтә яңылыҡтар

Яңы офис алмашҡа килде

Медицина пункты 13 тораҡ халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Яңы офис алмашҡа килде
Яңы офис алмашҡа килде

Кальтовка ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, дөйөм практика табибы офисы асылды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Медицина пункты 13 тораҡ халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Барлығы медицина ярҙамын 1237 кеше  аласаҡ. Пациенттарҙы терапевт, педиатр, стоматолог, фельдшер ҡабул итәсәк.

Яңы учреждение 1978 йылда төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пунктына алмашҡа килгән. Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир һәүбәнов әйтеүенсә, яңы офис халыҡҡа медицина ярҙамы сифатын һәм файҙаланыу мөмкинлеген һиҙелерлек арттырасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: