Бөтә яңылыҡтар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан иң алдынғылар рәтендә!

Был хаҡта бөгөн Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин иғлан итте. Республиканы етәксе Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында баһаланы. Әлеге ултырышта видеобәйләнеш форматында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сарала һүҙ, әйтеп кителеүенсә, 2024 йылда төбәктәрҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында барҙы.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан иң алдынғылар рәтендә!
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан иң алдынғылар рәтендә!

– Беҙ бөгөн төбәк башлыҡтары менән берлектә яңы “Йәшәү шарттарын яҡшыртыу инфраструктураһы” милли проекты булдырыу өҫтөндә эш алып барабыҙ. Был милли проект киләсәктә илдең һәр кешеһенең тормошон яҡшыртыу буйынса ҡулланыласаҡ, – тине Марат Хөснуллин. – Беҙҙең алда объектты төҙөү башлауҙан алып сафҡа индергәнсе үткән ваҡытта ҡыҫҡартыу йәки аҙ сроктарҙа төҙөүҙе ҡайғыртыу мәсьәләһе тора. Ошо йәһәттән төбәк башлыҡтарына норматив акттарын, сроктарҙы ҡайтанан ҡарап сығыуҙы үтенәм.

Артабан Рәсәй төҙөлөш министры Ирек Фәйзуллин быйыл төбәктәрҙә тормошҡа ашырылған милли һәм федераль проекттар тураһында һөйләп үтте. Атап әйткәндә, йәй башына ҡарата илдә, мәҫәлән, 43,8 млн кв. метр торлаҡ төҙөлгән. Башҡортостанда шул иҫәптән 1,1 млн кв. метр. Был тәңгәлдә вице-премьер алдынғы төбәктәрҙе билдәләп, Башҡортостанды ла телгә алды.

– Яҡшы һөҙөмтәләр өсөн рәхмәт! Артабан да шулай дауам итәйек! – тине Марат Хөснуллин.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан иң алдынғылар рәтендә!
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан иң алдынғылар рәтендә!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: