Бишнә ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Конструкция монтажланған һәм нигеҙенә ҡуйылған. Хәҙер биҙәү эштәре, ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе, сантехниканы монтажлау бара. Яҡын-тирәләге территорияла төҙөкләндереү башлана.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктына биш тораҡ пункттан 700-гә яҡын кеше беркетелгән. Әле медицина учреждениеһы бинаны ауыл хакимиәте менән бүлешә, пункт файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ҡабул итеү заманса һәм йыһазландырылған бинала алып барыласаҡ, тип билдәләнә. Медпунктты йыл аҙағына тиклем асырға планлаштыралар.
Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау федераль проекты 2022 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” (нацпроект “Здравоохранение”) милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты — халыҡтың бөтә төркөмдәренең ихтыяждарынан сығып, йәшәү, уҡыу йәки эш урыны янында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.