Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Мәсәғүттә көндөҙгө стационары булған балалар поликлиникаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ҡыҫҡа ваҡытта сафҡа индерелгәйне. Хәҙер ул 20 меңдән ашыу пациентты ҡабул итте лә инде. Пациенттар өсөн бында бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы барлыҡҡа килде.
– Поликлиника эше “һаҡсыл технологиялар” принцибы буйынса ойошторолған, йәғни кабинеттарҙың урынлашыуы һәм заманса планлаштырыу сираттар ихтималлығын кәметә. Бынан тыш, кескәй пациенттар һәм ата-әсәләр өсөн яңы поликлиникала уңайлы зоналар булдырылған, уйын майҙаны, әсә һәм бала бүлмәһе бар, – тип һөйләне Мәсәғүт дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов.
Яңы бинала участка педиатрҙарынан тыш, бөтә тар белгестәр эшләй. Поликлиникала шулай уҡ стоматолог, ортодонт кабинеттары, иҫкәртеү һәм лаборатория, нур һәм функциональ диагностика, физиотерапия бүлексәләре бар. Учреждение яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
– Беҙ федераль проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ – тәүге звеноны яңыртыуҙан алып профессиональ тикшереүҙәр һәм диспансерлаштырыуға тиклем, юғары технологиялы ярҙамдан һаулыҡ һаҡлау системаһын һанлаштырыуға тиклем. Бынан биш йыл элек ауылда тәүге звеноны яңыртыу мәсьәләһе менән шөғөлләнә башлағанда 400-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункттары насар хәлдә ине. Күптәренә ҡорамал етешмәне, интернет юҡ ине. Уларҙың һәр береһе менән этаплап эш башланыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәҙер республикала йыл һайын яңы ФАПтар асыла, иҫкеләре яңыртыла. 2025 йыл аҙағына тиклем тағы 11 поликлиника подразделениеһы һәм 300-гә яҡын ФАП төҙөләсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.