Ҡала көнөндә Мәләүез ҡалаһында ял паркы асылды. Яңы асфальт түшәлгән юлдар һәм тротуарҙар, уңайлы туҡталҡалар, хәүефһеҙ резина менән ҡапланған сағыу уйын комплексы, урам яҡтыртҡыстары һәм яңы эскәмйәләр - былар барыһы ла халыҡтың уңайлылығы өсөн эшләнгән.
Хакимиәт башлығы Рөстәм Шәмсетдинов республика етәкселегенә - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, шулай уҡ бөтә эштәрҙе юғары кимәлдә башҡарған «Рефстройпроект» төҙөлөш компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә рәхмәт белдерҙе. Проектты тормошҡа ашырыуҙың дөйөм хаҡы - 30,86 миллион һумдан ашыу, төп финанслау республика бюджетынан килгән.
2019 йылда старт алған «Башҡорт ихаталары» программаһы 1300-ҙән ашыу ихатаны үҙ эсенә алған. Ул уңышлы үҫешен дауам итә, ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндерә. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектына ярашлы «Мәләүездең сәскә атҡан яры» исеме аҫтында ял итеү урыны барлыҡҡа килде. Ул 2022 йылда ҡала “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу”ҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулай. Халыҡ тауыш биреү юлы менән төҙөкләндереү өсөн биләмәне үҙе һайлай. 2020 йылда «Ҡайын тракты» проекты менән бәләкәй ҡалалар конкурсында еңеү яулағайнылар. Һөҙөмтәлә, Үҙәк майҙанды һәм Мәләүез йылғаһы яр буйының бер өлөшөн төҙөкләндерҙеләр.
"Башҡортостанда ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһын иң яҡшы проекттарыбыҙҙың береһе тип иҫәпләйем. Беҙ республикалағы йәмәғәт киңлектәренә ҙур иғтибар бүләбеҙ, улар уңайлы, матур булһын өсөн тырышабыҙ”, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ.