Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Сентябрь , 08:30

Йәш ғалимдар клубының тәүге ултырышы үтте

Осрашыу барышында "Фәнни открытка" тип аталған яңы проект булдырыу тураһында фекер алыштылар. 

Йәш ғалимдар клубының тәүге ултырышы үтте
Йәш ғалимдар клубының тәүге ултырышы үтте

Йәш ғалимдар клубының тәүге көҙгө ултырышы Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында үтте. Сара «Фән һәм университеттар» милли проекты (национальный проект «Наука и университеты») маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығынан.

Осрашыу барышында ҡатнашыусылар коммуникациялар өлкәһендә «Фәнни открытка» яңы флагман проектын булдырыу тураһында фекер алышты. Ул башҡа ғәҙәти аралашыу һәм белемде үҫтереү алымдарына үҙенсәлекле альтернатива буласаҡ, тип күҙаллана. Әле проект әҙерләнә.

Идея авторҙары фекеренсә, ул ғалимдарҙың асыҡлығын һәм формаль булмаған аралашыуын күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Башланғысты ҡулланылышҡа уңышлы индергәндән һуң уны Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр.

Йәш ғалимдар клубы Башҡортостанда 2024 йылдың февралендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ойошторолған. Ойошманың маҡсаты – республиканың төрлө университеттары һәм ойошмалары йәштәрен, аспиранттарын берләштереү һәм уларҙың тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләрен Рәсәй иҡтисадына индереү. Әлеге ваҡытта унда 110-дан ашыу кеше тора. Планда – уларҙың иҫәбен кәм тигәндә 200-гә тиклем арттырыу.

«Фән һәм университеттар» милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙе өҫтөнлөклө өлкәләрҙәге эшкәртмәләр буйынса донъя лидерҙарының тәүге бишәү араһына сығарыу. Ғалимдарға илебеҙҙә йәшәү һәм эшләү уңайлы булһын өсөн шарттар булдырыла, был өлкәгә йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн фәнде популярлаштырыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса программа эшләй башланы. Юғары уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары һәм эшҡыуарлыҡ берлектәге проекттарҙа ҡатнашырға саҡыра, был илдең үҫеше хаҡына алдынғы асыштарҙы тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкинлек бирә.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: