Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш ғалимдары – вуз-ара студенттар кампусы резиденты– «аҡыллы» инфраструктура менән автомобиль араһында энергияны һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин итеү өсөн технологиялар һәм алгоритмдар эшләй. Проект төрлө ҡоролмаларҙы һәм системаларҙы берҙәм селтәргә интеграциялауҙы күҙ уңында тотҡан «Бөтә нәмәнең интернеты» концепцияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Университеттың бер нисә кафедраһының йәш ғалимдары һәм аспиранттары командаһы үткәргән дисциплина-ара тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре бер юлы бер нисә продуктҡа әйләнә. Фәнни эшләнмәләр "Интеграль фотоника ҡоролмалары нигеҙендәге сенсор системалары" йәштәр лабораторияһында үткәрелә, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән барлыҡҡа килгән "Фән һәм университеттар" милли проектының (национальный проект "Наука и университеты") "Өҫтөнлөк 2030" программаһы сиктәрендә булдырылған.
2021 йылда ӨФһТУ-ның проекты "Йәш ғалимдар етәкселегендәге ғилми төркөмдәр тарафынан тикшеренеүҙәр үткәреү" конкурсы буйынса Рәсәй ғилми фондының (РНФ) грант финанслауын ала, ә 2024 йылда проекттың тикшеренеү этабы уңышлы тамамланып, уның һөҙөмтәләре эксперттарҙың юғары баһаһын ала.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24994/