Милли проекттар
4 Октябрь 2024, 12:25

Мал аҙығы культураларының өс яңы сорты һынау үтәсәк

Өфө ғалимдары «Фән һәм университеттар» милли проекты буйынса мал аҙығы өсөн ҡулланыласаҡ ауыл хужалығы культураларының өс яңы төрөн уйлап тапҡан.

Мал аҙығы культураларының өс яңы сорты һынау үтәсәкМал аҙығы культураларының өс яңы сорты һынау үтәсәк
Мал аҙығы культураларының өс яңы сорты һынау үтәсәк

Улар араһында - ҡамыш һоло үләне, йыйылма айрауыҡ (ҡыяҡ үләне) һәм эспарцета тип хәбәр иттеләр «Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге»ндә.

«Өргөн» һолобашы - юғары продуктлы сорт. Уны Уралда ҡулланырға кәңәш итәләр, сөнки был сорт һауа шарттарына яҡшы яраҡлаша, ә уның һабаҡтары ныҡ һәм ергә бөгөлмәй. Технологик сифат күрһәткестәре буйынса «Өргөн» аҡһым һәм күҙәнәклек күләме буйынса өҫтөнлөккә эйә.

Икенсе сорт - «Наилә» айрауығы - шулай уҡ уңыш, аҡһым һәм күҙәнәклек күләме буйынса сорт-стандарттарҙан күпкә айырыла. Аскорбин кислотаһына, файҙалы минералдарға бай үҫемлек. Шулай уҡ ул ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға бирешмәй.

Һәм өсөнсө сорт - «Аҡбуҙат» эспарцетаһы - шулай уҡ ҡиммәтле продуктлылыҡ һәм адаптив сифаттарға эйә, йығылыуға тотороҡло. Уның составында үҙләштерелеүсе протеин күп. Эспарцет - күп йыллыҡ ҡуҙаҡлылар үләндәренә ҡараған ҡиммәтле мал аҙығы культураһы.

Яңы сорттар дәүләт сорттарын һынауға тапшырыуға әҙер ҙә инде. Артабан - һайлап алыуҙың, теләгән параметрҙар һәм сифаттар формалаштырыуҙың күп йыллыҡ этаптарын үтергә кәрәк буласаҡ.

«Фән һәм университеттар» милли проектының (национальный проект “Наука и университеты”) төп маҡсаты - Рәсәйҙе өҫтөнлөклө өлкәләрҙәге эшкәртмәләр буйынса биш иң алдынғы донъя лидерҙары исемлегенә сығарыу. Ғалимдарға илебеҙҙә йәшәү һәм эшләү уңайлы булһын өсөн шарттар булдырыла, был өлкәгә йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн фәнде популярлаштырыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса программа эшләй башланы. Тикшереүселәрҙе алдынғы ҡорамалдар һәм инфраструктура, шул иҫәптән «мегасайенс» класындағы уникаль ҡулайламалар һәм яңы ғилми суднолар менән тәьмин итәләр. Юғары уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары һәм эшҡыуарлыҡ берлектәге проекттарҙа ҡатнашырға саҡыра, был илдең үҫеше хаҡына алдынғы асыштарҙы тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкинлек бирә.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас