Ярҙам сараһы ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка предпринимательской инициативы») милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
- Был дәүләт ярҙамы сараһы социаль башланғыстар тураһында мәғлүмәт бирергә, потенциаль клиенттарҙың иғтибарын йәлеп итергә, шулай уҡ төбәктәге социаль предприятиелар тураһында хәбәрҙарлыҡты арттырырға ярҙам итәсәк. Һөҙөмтәлә социаль эшҡыуарҙарға финанслау һәм ярҙам йәлеп итеп, үҙ бизнес-идеяларын һөҙөмтәлерәк башларға һәм үҫтерергә мөмкинлек бирелә, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
Был дәүләт ярҙамы сараһы Башҡортостан Республикаһы территорияһында теркәлгән, эшмәкәрлек алып барған һәм социаль предприятиелар реестрына индерелгән бәләкәй йәки урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына асыҡ.