«Рәсәйҙең милли проекттары» бренды илдә киң таралған — уның танылыу кимәле өс йыл эсендә иң юғары кимәлгә еткән, тип билдәләй социологтар.
Брендтың визуаль танылыуы (милли проекттарҙың бер генә логотибын булһа ла күргәндәр) өс йыл эсендә 48%-тан 60%-ҡа тиклем артҡан. Рәсәйҙәрҙең күпселеге «Рәсәйҙең милли проекттары» һүҙбәйләнешен ишеткән (88%).
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указдары менән булдырылып тормошҡа ашырыла.