Салауат ҡалаһында башҡарма власть органдары, мәктәп туҡланыуы мәсьәләләре өсөн яуаплы белгестәр, дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары ҡатнашлығында “Салауат ҡалаһының белем биреү ойошмаларында туҡланыу системаһын камиллаштырыу: сифат, етештереү һәм үҫеш” темаһына зона семинары уҙҙы.
1-се лицейҙың фойеһында ҡунаҡтар Салауат ҡалаһы мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында балаларҙы туҡландырыуҙы ойошторғанда файҙаланылған продукция күргәҙмәһе менән таныша алды.
Семинарҙы Салауат ҡалаһы хакимиәте урынбаҫары Олеся Арестова асты. Ул Салауат ҡалаһының белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу тураһында һөйләне. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының махсус белем биреү бүлеге начальнигы Миләүшә Латипова үҙ сығышында республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороу өлөшөндә беренсе ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһаны.
Сарала ҡатнашыусылар алдында ата-әсәләр менән дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен формалаштырыу буйынса эште көсәйтеү бурысы ҡуйылды, сөнки нәҡ ғаиләлә сәләмәт туҡланыу алып барыу нигеҙҙәре һәм ғәҙәттәре тәрбиәләнә.
Семинарҙың практик өлөшөндә ҡатнашыусылар өсөн «Салауатинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Салауат ҡалаһындағы Өфө туҡланыу һәм сервис индустрияһы колледжы филиалы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында ярымфабрикаттар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Мәктәптә туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороу сәләмәт йәш быуын тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай, шуға күрә был мәсьәләгә ил һәм республика етәкселеге лә ҙур иғтибар бүлә. Был үҙ сиратында РФ Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Сығанаҡ: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.