Милли проекттар
27 Декабрь 2024, 12:40

Башҡортостан милли проекттар буйынса медиарейтингта иң яҡшы өсәү иҫәбендә

Республикабыҙ Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалыша.

Башҡортостан милли проекттар буйынса медиарейтингта иң яҡшы өсәү иҫәбендәБашҡортостан милли проекттар буйынса медиарейтингта иң яҡшы өсәү иҫәбендә
Башҡортостан милли проекттар буйынса медиарейтингта иң яҡшы өсәү иҫәбендә

Рәсәй төбәктәре араһында ағымдағы йылдың ноябрендә Башҡортостан Милли проекттар темаһына медиарейтингтың өсөнсө баҫҡысын биләй, Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, тип хәбәр итә «Медиалогия» компанияһы.

Башҡортостан Республикаһы фән һәм мәғариф өлкәһен әүҙем үҫтерә, Быны Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге - вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө раҫлай. Бындай киң масштаблы төҙөлөш шул иҫәптән «Фән һәм университеттар» милли проекты арҡаһында мөмкин булды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктә милли башланғыстар сиктәрендә ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Шуларҙың береһе - Иглин районында республикалағы иң ҙур ауыл мәктәбен төҙөү. Уҡыу йорто 1 225 уҡыусыға иҫәпләнгән һәм "Мәғариф" милли проекты буйынса төҙөлгән. Төбәк етәксеһе фекеренсә, Иглин мәктәбе – бөтә республиканың мәғариф инфраструктураһын яңыртыуҙа мөһим аҙым.

Шулай уҡ республикала туристик тармаҡты үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Бында "Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм" проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләргә була. Был проект «Демография» милли проекты билдәләгән векторҙа тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостандан 50 кешенән торған «көмөш» йәштәге туристарҙың тәүге төркөмөнә Үзбәкстанға юлланырға мөмкинлек бирҙе. Проектта 55 йәштән өлкәәндәр ҡатнаша.

Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Бында ла ҙур уңыштарҙы билдәләргә мөмкин: "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты буйынса дәүләт ярҙамы арҡаһында төбәктә үҙмәшғүлдәр һаны 2023 йыл менән сағыштырғанда 34,7 процентҡа артҡан.

"Былар бөтәһе лә Башҡортостандың милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса юғары позициялар биләүен һәм тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешкә ынтылыуын күрһәтә», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/natsproekty/2024-12-23/bashkiriya-voshla-v-troyku-liderov-mediareytinga-po-natsproektam-4064618

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас