2024 йылда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә дәүләт профориентацияһы илдең 89 төбәгенән 8,5 миллиондан ашыу үҫмерҙе йәлеп иткән. Был хаҡта Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко хәбәр итте.
- Президент Владимир Путин милли маҡсат ҡуйҙы - «һәр кешенең потенциалын тормошҡа ашырыу, уның һәләттәрен үҫтереү, илһөйәр һәм социаль яуаплы шәхес тәрбиәләү». Быға өлгәшеүгә һөнәри йүнәлеш системаһы булышлыҡ итә. 2024 йылда «Мәғариф» милли проектының һөнәри йүнәлеш биреү сараларында илдең бөтә төбәктәренән 8,5 миллиондан ашыу уҡыусы ҡатнашты, - тип билдәләне вице-премьер.
Рәсәй мәктәптәрендә өҫтәмә белем биреүҙән һәм профилле һөнәри кластарҙан алып экскурсияларға һәм һөнәр вәкилдәре менән осрашыуҙарға тиклем бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә алған Берҙәм һөнәри йүнәлеш моделе индерелгән. Һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлеген бойомға ашырыуға 9,5 мең самаһы предприятие ҡушылған, улар араһында федераль, шулай уҡ төбәк эш биреүселәре бар. Быларҙың барыһы ла уҡыусыларға дөрөҫ һөнәр һайлауға ярҙам итә.
Белеүебеҙсә, «Мәғариф» милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.