Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Февраль , 07:30

Быйыл 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ҡала мөхите сәғәте” форматында сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, республиканың тораҡ пункттарында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндеү проекттары ҡаралды. 

Быйыл 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла
Быйыл 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла

Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, быйыл “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумға 94 йәмәғәт биләмәһен яңыртырға планлаштырғандар.

Иң ҙур проекттар иҫәбендә – Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндереү. Унда Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйылған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта Киров исемендәге паркты һәм Салауатта Космонавтар бульварын, Октябрьскийҙа Еңеү паркын, Күмертауҙа иҫке быуа янындағы майҙансыҡты, Сибайҙа Сармат биҫтәһе биләмәһен, Межгорьела Беренсе юлсылар скверын һәм Ишембайҙа Ленин проспекты буйлап аллеяны яңыртыу планлаштырыла.

Билдәләп үтәйек, 2025 йылдан программа буйынса йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") сиктәрендә финансланасаҡ. Планлаштырылған эштәрҙең ҙур күләме менән бәйле объекттарҙың бер өлөшө 2026 йылда тамамланасаҡ. Өҫтәмә рәүештә 2025 йылда инициативалы бюджетлау, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты һәм башҡа программалар сиктәрендә тораҡ пункттарҙың 70 биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Шулай итеп, 2025 йылда яңыртылған арауыҡтарҙың дөйөм һаны - 164 объект.

Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бер нисә тарихи объектты тергеҙеү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Мәҫәлән, 2025 йылда Өфөнөң Коммунистик урамында урынлашҡан Поликарповтың торлаҡ йорто эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Бында «Китап-байрам» фестивале сиктәрендә асыласаҡ республика Яҙыусылар союзы йортон ремонтлау тамамлана.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсында Кушнаренко ауылындағы Топорниндар усадьбаһын реконструкциялау проектында ҡатнашыу буйынса заявканы яңыртырға ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың ғинуарында Башҡортостан Башлығы Кушнаренко районына эш сәфәре барышында тарихи бинаны ҡарап сыҡты һәм уны реставрациялау кәрәклеген билдәләне.

Фото: https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fglavarb.ru%2Frus%2Fpress_serv%2Fnovosti%2F189559.html&utf=1

Быйыл 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла
Быйыл 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: