Милли проекттар
8 Февраль 2025, 05:30

Уңғандар өсөн бик яҡшы мөмкинлек!

Социаль контракт ярҙамында 2358 ғаилә өҫтәмә табыш сығанағына эйә булды, уларҙың 781-е – күп балалы ғаилә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында лидерлыҡты тота.

Уңғандар өсөн бик яҡшы мөмкинлек!Уңғандар өсөн бик яҡшы мөмкинлек!
Уңғандар өсөн бик яҡшы мөмкинлек!

2024 йылда Башҡортостанда социаль контракттарҙы тормошҡа ашырыуға 675,3 миллион һум аҡса тотонолдо, 108 миллион һумы – республика бюджетынан. Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

Йыл эсендә 3450 социаль контракт төҙөлгән. Социаль контракт нигеҙендә күп балалы ғаиләләргә күрһәтелгән дәүләт социаль ярҙамы яңы “Ғаилә” милли проектының “Күп балалы ғаилә” федераль проектының бер сараһы булып тора.

Адреслы социаль ярҙам 2020 йылдан алып федераль бюджеттан берлектәге финанслау ярҙамында күрһәтелә. Һуңғы биш йылда 24,5 меңдән ашыу социаль контракт төҙөлгән.

2024 йылда социаль контракттар өҫтөнлөклө рәүештә балалы ғаиләләр менән төҙөлә. Уларға бөтә төҙөлгән контракттарҙың 69 проценты тура килә.

– Социаль контракт ярҙамында 2358 ғаилә өҫтәмә табыш сығанағына эйә булды, уларҙың 781-е – күп балалы ғаилә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында лидерлыҡты тота ,– тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты, бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас