«Экологик именлек» милли проектына ярашлы, республиканың Ауырғазы районында «Балыҡты үлемдән ҡотҡарабыҙ» экологик акцияһы үтте. Уның алыштырғыһыҙ ойоштороусыһы - БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры кәңәшсеһе Миҙхәт Хәсәнов.
Быйыл акцияға эшҡыуар Илнур Хөббөтдинов, Кәлсер мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, шулай уҡ Кешәнне ауылы халҡы ҡушылды, тип һөйләнеләр «Ауырғазы хәбәрҙәре» гәзитендә.
Акцияның маҡсаты - балыҡты туңыуҙан ҡотҡарыу. Февраль-март айҙарында һыу ятҡылыҡтарында боҙҙоң ҡалын булыуы арҡаһында кислород аҙая башлай. Балыҡҡа кешеләр боҙҙа соҡорҙар яһап ярҙам итә ала, улар аша һауа һыуға үтеп инә.
Быйыл был эштә ҡатнашыусылар «ҡар ҡырмыҫҡа ояһы» технологияһы буйынса тишектәр яһаны. Уның асылы шунда: башта боҙҙа тишек эшләйҙәр, яртыһын ҡар менән ҡаплайҙар, һуңынан епшек ҡарҙан «ҡоҙоҡ» төҙөйҙәр һәм уны йоҡа ҡар шекәрәһенән ҡапҡас менән ҡаплайҙар. Конструкцияға ҡар һибәләр. Был технология арҡаһында боҙ оҙаҡ туңмай.
Акцияла иң бәләкәй ҡатнашыусылар урындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре булды. Улар соҡорҙар яһауҙа ғына ярҙам итеп ҡалманы, ә балыҡ селбәрәләрен һыуға ла ебәрҙе.
«Экологик именлек» милли проекты (национальный проект "Экологическое благоаполучие") тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.