Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге Хөкүмәт ултырышында, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ярашлы, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” һәм “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттарын (национальные проекты “Безопасные качественные дороги” и “Жилье и городская среда”) тормошҡа ашырыу ҡаралды.
Андрей Назаров билдәләүенсә, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” проектын тормошҡа ашырыуға, дөйөм алғанда, 53 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта был сумманың яртыһынан күберәге федераль бюджеттан йәлеп ителгән.
- Республика ярайһы ғына ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра алды. Был – Көнсығыш сығыу юлы, Ағиҙел аша күперҙән сығыу, Зинин эргәһендәге транспорт сиселеше, шулай уҡ “Бөрө - Тастүбә - Һатҡы” автомобилдәр юлының төп өлөшө. Һөҙөмтәлә ҙур агломерацияларҙа һәм юл селтәрендә нормативтарға тап килгән юлдарҙы арттырыу кеүек төп күрһәткестәргә өлгәшелде, - тип билдәләне Премьер-министр һәм һүҙҙе республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минаковаға бирҙе.
Алты йыл эсендә Башҡортостанда, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, 1800 километр юл ремонтланды. 1480 погонлы метр оҙонлоғондағы 21 күперҙең хәле нормаға килтерелде, 95,5 километр оҙонлоғондағы 13 юл, 794 метрлы ике күпер төҙөлдө һәм үҙгәртеп ҡоролдо. Был эшкә 53,5 миллиард һумдан ашыу аҡса, шул иҫәптән федераль бюджеттан 28 миллиард һум йүнәлтелде.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе – йәшәү сифатын яҡшыртыу, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү. 2019 йылдан Башҡортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Уның составында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” һәм “Таҙа һыу” федераль проекттары бар.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырған алты йылда 8,2 миллиард һумлыҡ 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде.
2025 йылда йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү “Тормош өсөн инфраструктура” яңы милли проект ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.
Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова “Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһында ентекле һөйләне. Сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 4,2 миллиард һум йүнәлтелгән. Был суммаға 25 объект төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған саралар - торлаҡ төҙөлөшөн көйләү, торлаҡ фондын ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү. Премьер-министр Андрей Назаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был маҡсатта 20 миллиард, шул иҫәптән федераль бюджеттан 15 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелә.
“Торлаҡ” һәм “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов һөйләне. Уның белдереүенсә, ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алтынсы урынды биләй.
Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26098/