Милли проекттар
21 Февраль 2025, 06:15

Таҙа һыу - йәшәү сығанағы

“Таҙа һыу” проекты буйынса Башҡортостанда 25 объект төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән. 

Таҙа һыу - йәшәү сығанағыТаҙа һыу - йәшәү сығанағы
Таҙа һыу - йәшәү сығанағы

2019-2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашты. Тормошҡа ашырылған саралар эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, уларҙың дөйөм суммаһы - 4 235,0 миллион һум. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

Был аҡсаға 25 объект төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән, шул иҫәптән 2019 йылда - бер объект, 2021 йылда - дүрт объект, 2022 йылда - дүрт объект, 2023 йылда - һигеҙ объект. 2024 йылда Әбйәлил, Ҡыйғы, Шишмә, Хәйбулла райондарында һәм Бөрө, Туймазы, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һигеҙ һыу менән тәьмин итеү объекты сафҡа индерелгән.

“Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында федераль үҙәк билдәләгән күрһәткестәр һәм һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. Сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән республика халҡы өлөшө – 87,6 проценттан 90,97 процентҡа тиклем, үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаларынан сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән ҡала халҡы өлөшө 95,85 проценттан 99,6 процентҡа тиклем артҡан.

2025 йылдан Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы “Йәшәү өсөн инфраструктура” яңы милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртыу, коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү һәм уларға капиталь ремонт үткәреү буйынса эште дауам итә.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас