1 марттан 30-на тиклем «Берҙәмлек» платформаһында V Финанс хәүефһеҙлек буйынса халыҡ-ара олимпиаданың һайлап алыу этабының беренсе турында ҡатнашыу өсөн теркәлергә мөмкин. Сара «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») ярҙамында үткәрелә.
Олимпиадаға I кимәл бирелде. Еңеүселәргә һәм призерҙарға Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтөнлөктәр биреләсәк, шулай уҡ Рәсәй банкы, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттән, Рәсәй банкыһынан артабан эшкә урынлашыу мөмкинлеге менән практика һәм стажировка үтеү тураһында тәҡдимдәр биреләсәк.
Һайлап алыу этабының 1-се туры һәр номинация өсөн 31 мартта шәхси график буйынса үткәрелә. Һайлап алыу этабында олимпиада эштәрен уңышлы башҡарған ҡатнашыусылар киләһе этаптарҙа ярыша ала. Һайлап алыу этабына һылтанма буйынса теркәлергә: https://sodrujestvo.org/stage/ccd2ade1-f684-479f-9093-0f9a44c403fd
Олимпиада Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2021 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла. Ул финанс хәүефһеҙлеген йәшәү нормаһы булараҡ популярлаштырыуға, шулай уҡ йәштәрҙә яңы типтағы фекерләү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Олимпиадала, тәү сиратта, 8 - 11-се класс уҡыусылары, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Дүрт йыл дауамында олимпиада 36 илдән алты миллиондан ашыу талантлы йәштәрҙе берләштерҙе.
Фото: rosfinolymp.ru