

«Рәсәй һыуы» акцияһы Башҡортостандың Нуриман районындағы «Упҡанкүл» тәбиғәт паркы биләмәһендә «Экологик именлек» милли проектының (нацпроект «Экологическое благополучие») маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы үтте. Был хаҡта БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр. Сарала 50 кеше ҡатнашҡан .
Упҡанкүл тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора, фәнни, тәбиғәтте һаҡлау һәм рекреацион әһәмиәткә эйә. Ул Нуриман районының Нимесләр ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Күлдә Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы”на индерелгән һыу сәтләүеге (чилим) үҫә.
– Бер нисә сәғәт эсендә акцияла ҡатнашыусылар һыу объектының яр буйы биләмәһен таҙартыу буйынса күләмле эш башҡарҙы. Акция барышында күлдең 2,6 км оҙонлоғондағы яр буйы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙан (пластик шешәләр, ватылған быяла, консерва банкалары, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары һалынған ҡапсыҡтар һ.б.) таҙартылды. 3,6 кубометр самаһы сүп-сар йыйылды, - тип билдәләне БР Тәбиғәттән файҙаланыу Һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Мифтахов.
Шулай уҡ акцияны үткәреү барышында ҡатнашыусылар Еңеү көнө алдынан Упҡанкүл күленең яр буйы территорияһында Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә Хәтер аллеяһына нигеҙ һалған. Акцияла ҡатнашыусылар символик рәүештә 45 ҡарағай үҫентеһе ултыртҡан.
«Экологик именлек» милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.