Милли проекттар
5 Май 2025, 12:30

Пилотһыҙ авиация системаларын өйрәтеү буйынса әҙерлек алғандар

Нефтекаманан ун кеше “Пилотһыҙ авиация системаларын эшләү, етештереү һәм файҙаланыу өлкәһендә педагогтарҙың практик әҙерлеге" программаһы буйынса белемен камиллаштырған.

Пилотһыҙ авиация системаларын өйрәтеү буйынса әҙерлек алғандарПилотһыҙ авиация системаларын өйрәтеү буйынса әҙерлек алғандар
Пилотһыҙ авиация системаларын өйрәтеү буйынса әҙерлек алғандар

Нефтекаманан ун кеше “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектына (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”) ярашлы, “Пилотһыҙ авиация системаларын эшләү, етештереү һәм файҙаланыу өлкәһендә педагогтарҙың практик әҙерлеге” программаһы буйынса белемен камиллаштырған. Был хаҡта ҡала округының мәғлүмәт-методик үҙәге хәбәр итә.

Уҡытыусыларға “Пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу өлкәһендә өҫтәмә белем биреү педагогы” квалификацияһы бирелгән. Дәрестәрҙә ҡатнашыусылар, теоретик нигеҙҙәр менән бер рәттән, тәүҙә симуляторҙарҙа, һуңынан махсуслаштырылған полигон трассаларында пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү оҫталығына өйрәнгән.

– Алынған белем заманса ҡорамалдар менән эшләү, пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу һәм идара итеү оҫталығын үҫтереүгә ярҙам иткән ҙур педагогик багаж булырға тейеш, – тип билдәләй “Технопарк” балалар һәм үҫмерҙәр техник ижады үҙәге директоры Антон Порозов.

“Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты дрондар һәм уларҙың өлөштәрен эшләү, стандартлаштырыу һәм сериялы етештереүгә, шулай уҡ бындай ҡоролмаларҙы етештереү буйынса белгестәрҙе әҙерләү системаһында өҙөклөк булдырмауға йүнәлтелгән. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса быйылдан бойомға ашырыла.

Фото: gtrk.tv/novosti/389844-pedagogi-neftekamska-proshli-obuchenie-prepodavaniyu-sfere-bas?ysclid=mab1j3grnl136765337

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас