

Элемтә операторының техник белгестәре Башҡортостан ауылдарында телекоммуникация инфраструктураһын киңәйтте. Улар баҡсасылыҡ ширҡәттәренә һәм бәләкәй ауыл биләмәләренә айырыуса иғтибар бүлде. Был хаҡта Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итте.
Селтәрҙе яңыртыу Өфө эргәһендәге дача массивтарына, шулай уҡ яҡын-тирәләге бер нисә райондың ауылдарына ҡағылды. Элемтәне үҫтереү “Мәғлүмәт иҡтисады“ милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) маҡсаттарына тап килә.
– Элемтә операторҙары үҙ инфраструктураһын әүҙем үҫтерә, баҡса миҙгелендә күптәр ҡала ситендәге йорттарына күсеү сәбәпле, интернет-трафик арта. Бөгөн элемтә операторҙарының береһе Өфөнөң яҡын-тирәләге дүрт районына 4G япмаһын киңәйтте, һөҙөмтәлә был яңылыҡ һигеҙ тораҡ пунктҡа һәм бер баҡсасылар ширҡәтенә ҡағылды, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Көсөргәнештең артыуын иҫәпкә алып, элемтә операторы клиенттарҙы тотороҡло 4G-интернет һәм юғары теүәллектәге тауыш бәйләнеше менән тәьмин итеү өсөн ҙур ҡалаларҙан ситтә өҫтәмә база станцияларын эшләй башлай. Селтәрҙе яңыртыу Өфө эргәһендәге дача массивтарына, шулай уҡ яҡын-тирәләге бер нисә райондағы ауылдарға ҡағыла.
Яңы ҡорамалдар селтәрҙең ҡаплау зонаһын киңәйтеп кенә ҡалмай, ә уның үткәреү һәләтен арттыра, ғәмәлдәге база станцияларын бушата. Хәҙер хатта юғары интернет әүҙемлеге осоронда ла баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә һәм ҡала ситендәге йорттарҙа йәшәүселәр мессенджерҙарҙа уңыш фотоларын оҙаҡҡа һуҙмай ебәрә, баҡсасылыҡ һәм ландшафт дизайны буйынса видео-дәрестәр ҡарай, өйҙә әҙерләнгән ризыҡтарҙың рецептарын таба йәки интернет аша уңайлы ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмәне заказ итә ала.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.