

Бөрө ҡалаһының «Буревестник» спорт мәктәбе яңы, уңайлы микроавтобус алды, тип хәбәр иттеләр Бөрө районы хакимиәтенән. Спорт мәктәбенә транспорт сертификаты 2024 йылда «Демография» милли проектының (национальный проект «Демография») «Спорт – тормош нормаһы» федераль проектында ҡатнашыу арҡаһында тапшырыла. 2025 йылдан спортҡа ярҙам итеү буйынса саралар «Физик культураны һәм спортты үҫтереү дәүләт программаһы» (государственная программа «Развитие физической культуры и спорта») буйынса күрһәтелә.
Бөрөнөң йәш спортсыларын 16 урынлыҡ «Газель Next» йөрөтәсәк. Автобус кондиционер менән йыһазландырылған, салонда йомшаҡ ултырғыстар ҡуйылған, спорт инвентары өсөн айырым урын бар. Водителдең уңайлылығы өсөн шулай уҡ круиз-контроль ҡаралған. Яңы автобус спортсыларға транспорт хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуҙан тыш, уларҙың ярыштарҙа һәм күнекмәләрҙә ҡатнашыуы өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр ҙә булдырасаҡ. Спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре турнирҙар үткәрелгән урындарға уңайлы барып етә ала, был, һис шикһеҙ, һөҙөмтәләргә һәм мотивацияға ыңғай йоғонто яһай.
"Был бүләк беҙҙең төбәктә спортты үҫтереүгә мөһим аҙым булыр һәм яңы чемпиондар тәрбиәләүгә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. «Буревестник» спорт мәктәбен ошо матур ваҡиға менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы күнекмәләрҙә һәм ярыштарҙа уңыштар теләйбеҙ», – тип билдәләне Бөрө районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге баш белгесе Азат Ғилманов.
Фото: Бөрө районы хакимиәтенән.