

Белорет ҡалаһындағы «Зәңгәр ҡош» балалар уҡыу үҙәге Башҡортостан Республикаһында тәүгеләрҙән булып «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проектына ҡушылды. Учреждениела яҡшы үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә фондты тулыландырыу ҡулайлаштырылған, килеүселәрҙе хеҙмәтләндереү сифаты яҡшырған, тип хәбәр иттеләр Федераль компетенциялар үҙәгенән.
Үҙәк эксперттары процестарҙы диагностикалай. Шулай уҡ улар һөҙөмтәлелекте арттырыу мөмкин булған эш участкаларын билдәләгән. Мәҫәлән, элек китап биреүҙән баш тартыуҙарҙың 35 проценты ҡул менән иҫәпкә алынған. Был тотҡарлыҡтарға һәм мәғлүмәттәрҙе юғалтыуға килтергән. Проблеманы хәл итергә Берҙәм электрон форма индереү ярҙам иткән. Хәҙер уны Үҙәкләштерелгән китапхана системаһының бөтә 46 филиалында ҡулланалар.
– Проблеманың асылы көнүҙәк һәм талап ителгән әҙәбиәтте билдәләүгә системалы ҡараш булмауҙа ине. Уҡыусыларыбыҙҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн, беҙ фонд буйынса совет булдырҙыҡ, кәрәкле регламенттар әҙерләнек, мәғариф учреждениелары менән үҙ-ара эш итеүҙе ойошторҙоҡ һәм баш тартыуҙар буйынса мәғлүмәттәрҙе электрон иҫәпкә алыуҙы индерҙек, – тине Башҡортостан Республикаһы Белорет районының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Любовь Кузьмина.
Тағы ла бер мөһим үҙгәреш булып комплектлау бүлегендә эш майҙанын үҙгәртеп ҡороу тора. Элек урын етмәү сәбәпле китаптар тәртипһеҙ һаҡланған. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәр баҫмаларҙы эҙләү, күсереү һәм урынлаштырыу өсөн йылына 60 сәғәткә тиклем ваҡыт сарыф иткән. Был процестарҙы тиҙләтеү өсөн үҙәктә эш урындарын үҙгәртеп ҡороу үткәрелгән. Бынан тыш, учреждение уңайлы йыһазға эйә булған.
«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының маҡсаттары – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса иғтибар бүленә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: https://www.culture.ru