Милли проекттар
10 Июнь 2025, 03:30

Нефтекамала һыу ағыҙыу системаһын яңырталар

Быйыл Башҡортостанда бөтәһе 21 эсәр һыу менән тәьмин итеү объектын төҙөргә һәм ремонтларға ниәтләйҙәр. Шуларҙың һигеҙе Өфөлә яңыртыла. 

Нефтекамала һыу ағыҙыу системаһын яңырталарНефтекамала һыу ағыҙыу системаһын яңырталар
Нефтекамала һыу ағыҙыу системаһын яңырталар

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Инфрастуктура для жизни”) бурыстарына ярашлы, Нефтекама ҡалаһында канализация коллекторы яңыртыласаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Оҙонлоғо 3,5 км булған объект ҡаланың Ленин һәм Төҙөүселәр урамдары буйлап үтә. Уның физик туҙыуы 90 процент тәшкил итә, был етди зыян килтереүе ихтимал. Хәҙер белгестәр бөтә системаны йыуыу һәм санацияға әҙерлек менән шөғөлләнә (был торба үткәргестәрҙе ремонтлау ысулы, был осраҡта эштәр траншеялар ҡаҙыуһыҙ башҡарыла). Коллекторҙы яңыртыу 80 мең кешегә коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Проект 2025-2026 йылдарға иҫәпләнгән.

Быйыл Башҡортостанда бөтәһе 21 эсәр һыу менән тәьмин итеү объектын төҙөргә һәм ремонтларға ниәтләйҙәр. Шуларҙың һигеҙе Өфөлә яңыртыла.

«Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Ул торлаҡ һәм юлдар төҙөү. уларҙы ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: https://gtrkrb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас