

Башҡортостандың Яңауыл районында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») сиктәрендә Сытырман – Иҫке Вәрәш юлын ремонтлау дауам итә, тип хәбәр иттеләр төбәктең транспорт министрлығынан.
Нәнәҙе ауылы менән Иҫке Вәрәш ауылы араһындағы 2,4 км оҙонлоҡтағы участкала юлсылар ресайклинг технологияһы буйынса нигеҙҙең өҫкө ҡатламын һала. Бынан һуң ойошма япма ҡоролошона, юл ситтәрен нығытыуға һәм билдәләр ҡуйыуға тотона.
Сытырман – Иҫке Вәрәш юлы ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булмай һәм бында ремонт башҡарыу талап ителә. Урындағы халыҡтан да ялыуҙар килде. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү һәм бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, – тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Быйыл Башҡортостанда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 735 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы ремонтлау күҙаллана. Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Магнитогорск – Ира, Борай − Иҫке Балтас − Көйәҙе, Белорет − Учалы − Мейәс һ.б. юл участкаларын норматив хәлгә килтереү планлаштырыла.
Фото: Фото: УДХ РБ