

Өфөнән 30 уҡыусы бизнес нигеҙҙәрен, финанс белемен өйрәнгән, инвестициялар һәм иҡтисад тураһында белгән һәм башҡа бик күп белем һәм күнекмәләр алған. Улар – башлыса 8-10-сы класс уҡыусылары. Проект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының (национальный проект «Молодёжь и дети») «Өҫтөнлөк 2030» программаһы сиктәрендә «Лидер» гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.
«BusinessSTAR»ҙың төп маҡсаты – тыңлаусыларға үҙбилдәләнештә һәм буласаҡ һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү. Йәйге мәктәптә улар үҙҙәрен юристар, иҡтисадсылар, бухгалтерҙар, эшҡыуарҙар, реклама һәм маркетинг белгестәре ролендә һынап ҡарай ала.
– Бөгөн мәктәптәр башлыса сығарылыш уҡыусыларын БДИ-ға әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә, шуға күрә «артыҡ сәғәттәр» уҡыусылар имтихан тапшырған предметтарҙы уҡытыуға бүленә. Бынан тыш, замана балалары уҡыу йылы дауамында үтә мәшғүл һәм уларҙы өҫтәмә уҡытыу менән шөғөлләнеү бик ҡатмарлы. Беҙҙең Йәйге йәштәр мәктәбе – иҡтисад һәм бизнес өлкәһендәге һөнәрҙәр менән танышыу өсөн бик яҡшы вариант. Балалар оло тормошта кәрәкле күнекмәләргә эйә булды, үҙҙәрен төрлө йәһәттән һынап ҡараны, – тип һөйләне проект етәксеһе, Өфө дәүләт нефть техник университетының «Социаль һәм сәйәси коммуникациялар» кафедраһы доценты Надежда Грогуленко.
Иҡтисад һәм финанс нигеҙҙәренән тыш, уҡыусыларҙы ораторлыҡ сәнғәте һәм лидерлыҡ, тайм-менеджмент һәм эшлекле этикет, уңыш психологияһы һәм һөҙөмтәле презентация ҡағиҙәләренә өйрәткәндәр. Һәр алты көн билдәле бер өлкәгә йәки күнекмәгә бағышланған.
Фото: Өфө дәүләт нефть техник университеты сайтынан.