Милли проекттар
5 Август 2025, 04:00

Эшмәкәрлектең уңышы техниканың торошона ла бәйле

Быйыл Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы паркы 7,2 миллиард һумға яңыртылған.

Эшмәкәрлектең уңышы техниканың торошона ла бәйлеЭшмәкәрлектең уңышы техниканың торошона ла бәйле
Эшмәкәрлектең уңышы техниканың торошона ла бәйле

2025 йылдың ете айында Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙары 7,2 миллиард һумдан ашыу суммаға 1140 берәмек техника һатып алған. Сумма буйынса ҡарағанда, был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 500 миллион һумға күберәк. Ауыл хужалығын яңы техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик йәһәттән тәьмин итеү» милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») маҡсаты булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

– Хаҡтар артыуға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы етештереүселәренең техниканы яңыртыу темптарын кәметмәүе мөһим, — тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Бындай алымдың һөҙөмтәлелеген хәҙер, урып-йыйыу кампанияһы ваҡытында баһалау яҡшыраҡ. Күп урында уңыш яҡшы. Кемдәр техника йәһәтенән яҡшыраҡ тәьмин ителгән һәм иген культураларын ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып ала – шулар ҙурыраҡ файҙа аласаҡ.  

Йыл башынан алып Башҡортостан аграрийҙары төрлө класлы 164 трактор, 54 иген йыйыу һәм 13 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу комбайны, 34 үҙйөрөшлө һиптергес, 240-тан ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы һәм башҡа техника һатып алған.

Быйыл 1,8 миллиард һумдан ашыу суммаға 307 берәмек техника «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте аша килтерелгән.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас