

Бында "Салют" реабилитация үҙәгенә социаль реабилитация һәм абилитацияға ғариза биреү" сервисы эшләй башланы. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү һәм өҫтәмә сервистар булдырыу - "Мәғлүмәт иҡтисады" милли проектының (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») төп бурыстары.
– Был социаль хеҙмәттәрҙе алыуҙы ябайлаштырыуға мөһим аҙым. Ғариза яҙыу өсөн порталда теркәлергә, мәғлүмәт тултырырға һәм документтарҙы беркетергә кәрәк, - тип билдәләне Башҡортостандың дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.
"Салют"та республика биләмәһендә йәшәүсе 18 йәшкә тиклемге инвалид һәм һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар социаль реабилитация үтә ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында "Тормош ситуацияһы" урынлаштырылған ине. Бында ата-әсәләр реабилитация үҙәге тураһында ентеклерәк белә һәм һорауҙарына яуап таба ала.