Милли проекттар
12 Август 2025, 03:25

Тағы бер ФАП асылды

Бында персонал өсөн дә, пациенттар өсөн дә кәрәкле ҡорамалдар, шарттар бар.

Тағы бер ФАП асылдыТағы бер ФАП асылды
Тағы бер ФАП асылды

Салауат районының Әлкә ауылында яңы ФАП асылған. Был “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы эшләнгән. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

ФАП заман талаптарына тулыһынса тура килә. Бында персонал өсөн дә, пациенттар өсөн дә кәрәкле ҡорамалдар, шарттар бар. Халыҡ һаулығы һағында Эльмира Вәхитова торасаҡ.

–Яңы ФАП-та фельдшер кабинеты, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, процедура кабинеты һәм башҡалар бар. Оло йәштәгеләр һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандус ҡуйылған. Яңы ҡорамалдар һәм дистанцион технологиялврҙы ҡулланыу медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын күпкә яҡшыраҡ итәсәк, - ти Салауат район үҙәк дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдинов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән быйылдан яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Улар буйынса тормошҡа ашырылған ғәмәлдәр тағы ла күләмлерәккә әйләнде.

Тағы бер ФАП асылды
Тағы бер ФАП асылды
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас