Милли проекттар
13 Август 2025, 14:35

Краснокама дауаханаһына түшәм хирургия яҡтыртҡысы килтерелде

Был «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» (нацпроект «Продолжительная и активная жизнь»)  милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Краснокама дауаханаһына түшәм хирургия яҡтыртҡысы килтерелдеКраснокама дауаханаһына түшәм хирургия яҡтыртҡысы килтерелде
Краснокама дауаханаһына түшәм хирургия яҡтыртҡысы килтерелде

Хирургик яҡтыртҡыс операциялар һәм диагностик тикшеренеүҙәр ваҡытында операцион ҡырҙы яҡтыртыу өсөн хеҙмәт итә, бирелгән төҫ температураһын һаҡлап, эш күләмен һәм яҡтыртыуҙы көйләүҙе тәьмин итә, юғары сифатлы яҡтылыҡҡа эйә, инфраҡыҙыл һәм ультрафиолет өлкәләрҙә нурланыш юҡ. Бынан тыш, яҡтылыҡ блоктары еңел хәрәкәт итә һәм вертикаль күсәрҙәр тирәләй сикһеҙ әйләнә, шулай уҡ кәрәкле урында ышаныслы нығытыла.

- «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (нацпроект «Продолжительная и активная жизнь») тормошҡа ашырыу беҙгә матди – техник базаны яңыртырға, медицина хеҙмәттәре сифатын күтәрергә һәм пациенттарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Краснокама үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фәһит Бәҙертдинов.

Башҡортостанда медицина көндән-көн уңайлыраҡ һәм замансараҡ була бара. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү тәү сиратта ғүмер оҙайлығын арттырыуға һәм республика халҡының медицина ярҙамы менән ҡәнәғәтлек кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысы менән 2019 йылдан дауам итә.

https://национальныепроекты.рф/news/krasnokamskuyu-bolnitsu-v-bashkirii-popolnilo-novoe-medoborudovanie/

Краснокама дауаханаһына түшәм хирургия яҡтыртҡысы килтерелде
Краснокама дауаханаһына түшәм хирургия яҡтыртҡысы килтерелде
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас