

Башҡорт дәүләт аграр университетында Волга буйы федераль округы мәктәптәренең агрокласс уҡытыусылары квалификация камиллаштырыға йыйылды.
Был уҡыуҙар "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" милли проекты (нацпроект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») һәм «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар" федераль проекты сиктәрендә ойошторола. Ул ил Президенты Владимир Путин указы менән тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаты - ауыл хужалығына кадрҙар әҙерләү.
Уҡытыусылар бер нисә йүнәлештә уҡып, ауыл хужалығындағы яңы технологияларҙы, мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен өйрәнә. Лекциялар һәм практик дәрестәр дистанцион технологиялар ярҙамында үтә. Улар шулай уҡ алдынғы предприятиеларҙа ла тәжрибә туплаясаҡ.
Әйткәндәй, республикала агрокластар һуңғы йылдарҙа арта һәм ауыл хужалығы өлкәһендә кадрҙарҙы популярлаштырып, уҡыусыларға һөнәр һайларға ярҙам итеү яғынан ҙур әһәмиәткә эйә.
Фото БДАУ-ның рәсми сайтынан.