Милли проекттар
14 Август 2025, 05:30

Бәләкәй ауылдар халҡы ла рәхәтләнеп интернет менән ҡулланасаҡ

Башҡортостандың 26 ауылында яңы мобиль элемтә станциялары урынлаштырылды.

Бәләкәй ауылдар халҡы ла рәхәтләнеп интернет менән ҡулланасаҡБәләкәй ауылдар халҡы ла рәхәтләнеп интернет менән ҡулланасаҡ
Бәләкәй ауылдар халҡы ла рәхәтләнеп интернет менән ҡулланасаҡ

Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0 (УЦН 2.0) федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Сирбай, Иҙәш-Ҡусҡар, Айытмәмбәт, Кесе Сиҙәк, Осиповка, Иҫке Ҡарағош, Сөләймән һәм тағы 19 ауылда мобиль элемтәнең база станциялары ҡуйылған. Бөтәһе 22 километр сүс-оптик элемтә линияһы һалынған, улар бөтә биләмәләрҙе тотороҡло тәьмин итә ала.

Төбәктә элемтә һәм интернет селтәрҙәрен үҫтереү «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү» милли проектының (Национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.

- УЦН 2.0 федераль проекты ярҙамында быйыл тәүге алты айҙа тағы 7523 кешене кәрәзле элемтә һәм дүртенсе быуын стандарты буйынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин итеү мөмкин булды. Хәҙер улар “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы менән файҙалана, онлайн алымда уҡый, һатып ала, фильмдар ҡарай һәм музыка тыңлай ала, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Федераль проект 2021 йылдан Рәсәй Һанлы министрлығы ярҙамында  тормошҡа ашырыла. База станциялары 100-500 кеше йәшәгән бәләкәй тораҡ пункттарҙа ҡуйыла. Башнялар төҙөү өсөн урындар техник мөмкинлекте, мобиль интернет булмауын һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында тауыш биреү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып һайлана. Ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан республикаһы – федераль программа лидерҙарының береһе.

2025 йылда проект киңәйтелә, уға Башҡортостандың 100-ҙән алып 1000-гә тиклем кеше йәшәгән 692 ауылы инә.

- Беренсе ярты йыллыҡта “Ростелеком” республиканың 19 районында 26 ауылды мобиль элемтә менән тәьмин итте. 25 декабргә тиклем провайдер тағы ла 61-ен тоташтырырға ниәтләй. Быйыл беҙҙең компания Башҡортостанда тәүге тапҡыр илебеҙҙә етештерелгән база станцияларын файҙаланыуға тапшырҙы: төрлө ауылдарҙа 12 вышка урынлаштырылды, – тип хәбәр итте “Ростелеком” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы генераль директоры Сергей Нищев.

Фото: Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.

 

 

 

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас