Милли проекттар
15 Август 2025, 07:15

Бәләбәй ҡалаһында 8-се мәктәп ремонтлана

Белгестәр бинаның икенсе ҡатында төп эштәрҙе тамамлаған да инде. Унда инженер коммуникациялары тулыһынса алмаштырылған, яңы тәҙрәләр ҡуйылған һәм биналар биҙәлгән. 

Бәләбәй ҡалаһында 8-се мәктәп ремонтланаБәләбәй ҡалаһында 8-се мәктәп ремонтлана
Бәләбәй ҡалаһында 8-се мәктәп ремонтлана

Бәләбәй ҡалаһындағы 8-се мәктәп «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») ярҙамында реконструкциялана. Был хаҡта Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Белгестәр бинаның икенсе ҡатында төп эштәрҙе тамамлаған да инде. Унда инженер коммуникациялары тулыһынса алмаштырылған, яңы тәҙрәләр ҡуйылған һәм биналар биҙәлгән. Мәктәпте йыһазландырыуға айырыуса иғтибар бүленә. Кабинеттарҙа интерактив ҡорамалдар барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, китапханаға яңы китаптар һәм уҡыу материалдары киләсәк.

Параллель рәүештә белгестәр мәктәп биләмәһен төҙөкләндерә: асфальт япмаһын үҙгәртә, яңы ҡойма ҡуя, уңайлы йәйәүлеләр зонаһы булдыра.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәргә үҙ юлын табыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Өҫтөнлөк-2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: belizvest.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас