

Улар Һарытау өлкәһендәге бикре тоҡомло ыуылдырыҡтарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән махсус предприятела үҫтерелгән.
Уҡбалыҡтар Рәсәй балыҡсылығының Волга-Кама территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында һыуға ебәрелде. Тәбиғи шарттарҙа уларға йәшәүе ауыр, шуға күрә яһалма шарттарҙа үрсетеп, артабан йылғаға сығарыу-һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙың һанын тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала.
Был эш "Экологик именлек" милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») сиктәрендә башҡарылған.
Өфө район-ара йәнлектәрҙе һаҡлау хеҙмәтенең баш белгес-эксперты Евгений Глинкин.
Павловка һыуһаҡлағысы стерлядь үҫтереү һәм үрсетеү өсөн бик яҡшы урын.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин Указы менән тормошҡа ашырыла.