Милли проекттар
16 Август 2025, 05:30

Мәләүез районының 15 мәктәбендә яңы ҡорамалдар ҡуйылды

Яңы ҡорамалдар мәктәп уҡыусыларына бәләкәйҙән көнкүреш алып барыуҙың төп күнекмәләрен, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк. 

Мәләүез районының 15 мәктәбендә яңы ҡорамалдар ҡуйылдыМәләүез районының 15 мәктәбендә яңы ҡорамалдар ҡуйылды
Мәләүез районының 15 мәктәбендә яңы ҡорамалдар ҡуйылды

Мәләүез районының 15 мәктәбендә «Йәштәр һәм балалар» милли проектын (нацпроект «Молодежь и дети») тормошҡа ашырыу барышында хеҙмәт һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре кабинеттарында ҡорамалдар яңыртылды. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Заманса ҡорамалдар Воскресенск, Ергән, Нордовка ауылдарында һәм Восточный, Корнеевка, Первомайск, Һарыш һәм Смаҡ ауылдарында ҡуйылған.

Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре кабинеттары өсөн яраланыу һәм зарарланыу имитаторҙары, һаҡланыу костюмдары һәм комплекстары,  реанимация өсөн тренажер-манекендар, хеҙмәт дәресе өсөн верстактар, ағасты көйҙөрөү өсөн ҡорамалдар, лазерлы ҡырҡыу станоктары, мөйөшлө шымартыу машиналары, тегеү машиналары һәм ҡырҡыу өсөн манекендар һатып алынған.

Яңы ҡорамалдар мәктәп уҡыусыларына бәләкәйҙән көнкүреш алып барыуҙың төп күнекмәләрен, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙе үҙаллы тормошҡа әҙерләү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Өҫтөнлөк-2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Мәләүез районы хакимиәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас