Милли проекттар
29 Август 2025, 06:30

Туймазы үҫә, матурлана

Бында биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекты буйынса яңы йорт төҙөлә башлаясаҡ 

Туймазы үҫә, матурланаТуймазы үҫә, матурлана
Туймазы үҫә, матурлана

Туймазы ҡалаһында биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү тураһында килешеү буйынса тағы бер күп фатирлы йорт төҙөлә башлаясаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан. Килешеү механизмы «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») мөһим өлөшө булып тора һәм территорияларҙы файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, инфраструктураны үҫтереү, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн кәрәкле шарттар булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Туймазыла комплекслы төҙөлөш өсөн Луначарский һәм Көньяҡ урамдары, Луначарский һәм Көньяҡ тыҡрыҡтары менән сикләнгән квартал билдәләнгән.

- Туймазыла комплекслы төҙөлөш проекты буйынса элек күсеп ултырған авария хәлендәге торлаҡ урынында 14 ҡатлы өс күп фатирлы йорт төҙөләсәк. Яңы төҙөлгән фатирҙарҙың майҙаны – 17 мең квадрат метрҙан ашыу, коммерция биналарының майҙаны 500 квадрат метр самаһы тәшкил итәсәк, - тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Үҫеш проектында ер аҫты паркингы төҙөү, биләмәне төҙөкләндереү, спорт һәм уйын майҙансыҡтары, халыҡ өсөн ял зоналары ойоштороу, уларҙы йәшелләндереү ҡаралған. Шулай уҡ биләмәләге инженер селтәрҙәрен реконструкциялау һәм яңыларын төҙөү планлаштырыла.

Башҡортостанда биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмын индереү буйынса эш дауам итә. Йыл башынан ҡала төҙөлөшө потенциалы 906 мең квадрат метрлыҡ, үҙләштереү майҙаны 280 гектарҙан ашыу булған 12 килешеү төҙөлгән. Уларға тәғәйен биләмәләр Өфөлә, Салауатта, Өфө һәм Белорет райондарында урынлашҡан.

2023 йылдан алып республикала 3 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлөшө потенциалы менән 34 килешеү төҙөлгән. 

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас